Аҡыллы видеокүҙәтеүҙең системаһы

Тулыраҡ: Аҡыллы видеокүҙәтеүҙең системаһы

Өфөлә интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһы ойошторола. Был турала Хөкүмәттә беренсе тапҡыр үткән “цифралы сәғәт” кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, цифралы иҡтисадты үҫтереү өсөн бөтә административ ресурстарҙы берләштерергә кәрәк. Күптән түгел Башҡортостан башлығы Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәгендә булды һәм кешеләрҙе йөҙөнән танып белеүсе аҡыллы камераларҙың эше менән танышты. Әлегә Өфөлә уларҙың һаны меңдән ашыу, йыл аҙағына тиклем тағы ла ике меңгә артыр, тип көтөлә. Уларҙың күбеһе “Башҡорт ихаталарында” һәм “аҡыллы” туҡталыштарҙа урынлаштырылған.

Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин әйтеүенсә, төп проблема — бәйләнеш каналдарын ҡуртымға алыу сығымдары. Шуға ул үҙаллы магистраль төҙөргә һәм интеллектуаль күҙәтеү системаһын ҡала хакимиәте балансына күсерергә тәҡдим итте.