Яҡын арала Башҡортостандың барлыҡ медицина учреждениелары тулыһынса электрон документтарға күсәсәк. Был турала Хөкүмәттә үткән “Сәләмәтлек сәғәтендә” билдәле булды. Былтыр Берҙәм медицина порталы һәм мобиль ҡушымта аша миллиондан ашыу кеше табипҡа яҙылған. Киләсәктә бөтә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын да цифралы электрокардиографтар менән тәьмин итеп, инновацион диагностика системаһын ойоштороу күҙаллана.
Сәләмәтлек сәғәте
Тулыраҡ: Сәләмәтлек сәғәте