Милли проекттар

Тулыраҡ: Милли проекттар

Республика етәкселеге Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш талап итә. Уҙған йыл Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктә ҙур социаль объекттар, 28 фельдшер-акушер пункты һәм 2 балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылған. 21 мәктәп, 3 мең 200-ҙән ашыу урынлыҡ балалар баҡсаһы, 1 бассейн сафҡа ингән.

Башҡортостан Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡсаның 26 миллиард һумдан ашыуын үҙләштергән. Быйыл төбәккә был маҡсатта 30 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Быйыл 4 мең урынлыҡ 24 балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Шулай уҡ, 12 районда ГТО нормалары өсөн спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыласаҡ.