Башҡортостан парламентаризмы тарихы

Тулыраҡ: Башҡортостан парламентаризмы тарихы

Башҡорт Дәүләт Университетының Хоҡуҡ институты студенттары юридик фәндәр докторы Константин Борисович Толкачевтың Башҡортостан парламентаризмы тарихы тураһында лекция тыңланы. Сара Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 25 йыллығын билдәләү планына ярашлы ойошторолдо.

Парламент рәйесе белдереүенсә, депутаттар уҡыусылар һәм студенттар, буласаҡ хоҡуҡ белгестәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Осрашыуҙар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың үҙендә лә үтә. Йәштәр ҡунаҡ дәрәжәһендә пленар ултырыштарҙа ҡатнаша ала.