Күрһәткән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртырға, кешеләр өсөн уңайлы һәм имен шарттар булдырырға, халыҡ менән аралашыу психологияһын үҙгәртергә. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев тармаҡ алдында шундай бурыстар ҡуя. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың сентябрь Указына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан һөҙөмтәле эш талап ителә. Тармаҡ үҫешенә 2019 йылда ғына 11 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шуның 16 проценты – федераль бюджеттан. Өлкәгә әле шәхси капитал йәлеп итеү мөмкинлектәре өйрәнелә.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан һөҙөмтәле эш талап ителә
Тулыраҡ: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан һөҙөмтәле эш талап ителә