Урау булһа ла, юл яҡшы. Автоһәүәҫкәрҙәрҙең күбеһе хәҙер ошо әйтемгә таяна. Өфө урамдарынан үтеүе ҡыйын, машина тәгәрмәстәрен миҙгел һайын түгел, ә соҡорға төшкән һайын алыштырырға тура килә, тип зарлана улар. Тишелгән тәгәрмәстәр өсөн кем яуап бирә? Фирҙәт Ғәлиевҡа телеүҙәккә эшкә барыу өсөн Пугачев урамынан үтергә кәрәк. Иртәнге сәғәт етелә эшкә китеп барғанда ул машинаһы менән соҡорға төшә.
Юлда күләүек булғанға күрә, юлдың тайшалыуы бөтөнләй күренмәй ине, ти ул. Зыян күреүсе һүҙҙәренсә, тап Пугачев урамындағы юл проблемаһы күптән хәл ителмәгән мәсьәлә булып тора. Өҫтәүенә, йыл һайын юлдың бер үк участкаһы боҙола. Күптәр юлдың таушалыуы ауыр йөк ташыусы машиналарына бәйле тип иҫәпләй. Талаптар буйынса оҙонлоғо 60, киңлеге 15, ә тәрәнлеге 5 сантиметрҙан ҙур булған соҡор мотлаҡ ямалырға тейеш.
Пугачев урамы юлын “Бойондороҡһоҙ эскпертиза” үҙәге белгестәре баһалап сыҡты. Етешһеҙлектәр махсус приборҙар ярҙамында тикшерелә. Тәүҙә белгестәр таушалған юлдың оҙонлоғон һәм киңлеген ҡарай. Һөҙөмтәлә, Пугачев урамында тығындар барлыҡҡа килеүенә бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Был юлдың оҙонлоғо ғына түгел, ә тәрәнлеге лә нормативҡа тура килмәй. Пугачев урамындағы асфальт торошо водительдәрҙе йыл һайын борсой. Тик ни өсөн тап был участка проблемаһы хәл ителмәй тигән һорау килеп тыуа.
Стендап.
Тап ошо урын автоһәүәҫкәрҙәр өсөн иң ҡурҡынысы булып һаналаҙыр инде. Был урынды водительдәр, күренеүенсә, урап үтергә тырыша. Өҫтәүенә, хатта кемдер соҡорға үҙҙәренсә кирбес һалып ерҙе тигеҙләргә лә тырышҡан. Юлдарҙың үтә ныҡ таушалыуы, әлбиттә, миҙгелгә лә бәйле. Көндөҙ иретеп юлдағы ярыҡтарға һыу тула, төнөн туңғас, боҙ киңәйеп асфальт ҡатламын онтай. Көндәр йылытҡас та, Пугачев урамындағы юл ремонтланасаҡ, тип вәғәҙә иттеләр. Ә республиканың башҡа юлдарындағы соҡор-саҡырҙарҙы 1 мартта ямай башлайҙар. Ә машина менән соҡорға төшөп, тәгәрмәстәрен тишкән водителдәргә мотлаҡ судҡа мөрәжәғәт итергә саҡыра белгестәр. Әйткәндәй, Хәбәрҙәрҙең ижади төркөмө Пугачев урамының проблемалы участкаһын төшөрөп ҡатҡандан һуң, юл хеҙмәттәре унда барып соҡорҙарҙы ямай башлаған.