Ҡанаттарым үҫкәндәй кеүек, ти руль артына ултырған мөмкинлектәре сикләнгән водителдәр. Водитель таныҡлығына уларҙы Өфө инструкторы өйрәтә. Сергей Веселевта уҡыр өсөн республиканан ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙән дә киләләр. Ул үҙенең уҡыусыларын ҡулда ғына йөрөтә. Альберт Минеевҡа 33 йәш. Водитель таныҡлығына уҡыр өсөн ул 4 йылдан ашыу автомәктәп эҙләй. Бер-нисә ай элек кенә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе машинала йөрөргә өйрәткән инструктор таба. 3 бала атаһы ғаиләһен ауылда ҡалдырып, ваҡытлыса башҡалала төпләнә.
Әле Альберт ҡала юлдары буйлап инструктор менән йөрөй. Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе автомобиль йөрөтөргә өйрәтеүсе берҙән-бер уҡытыусы Сергей Веселев һәр ҡағиҙәне ентекле аңлатырға тырыша. Сергей Веселев билдәләүенсә, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн имтихандар күпкә ҡатмарлыраҡ һәм был хаҡлы.
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн берҙән бер өйрәнеү автомобиле был. Уның үҙенсәлеге шунда. Ул ҡул менән идара ителә. Өҫкә баҫҡанда машина ҡуҙғала, аҫҡа баҫҡанда иһә яйатырға йәиһә туҡтатырға мөмкин. Инвалид водителдәр тик автомат коробкалы машинаны йөрөтөүгә хоҡуҡлы. Һуңғы 10 йылда Сергей Веселев байтаҡ инвалид-водителдәрҙе уҡытып сығара.
Шуларҙың береһе Лилиә Байышева. Машинала йөрөй башлағас, ҡанаттарым үҫкәндәй булды, ти Лилиә. Уҡытыусыһы Сергей Веселев хәҙер уның ғаиләһенең иң яҡын дуҫы, йыш ҡына уның эргәһенә ҡунаҡҡа инеп сыға. Сергей Веселов үҙ уҡыусыларын ҡулда күтәреп йөрөтә. Эшләгән осоронда ул мөмкинлеге сикләнгән 100-ҙән ашыу кешене автомобиль йөрөтөргә өйрәткән. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен онлайн үҙләштерә ала. Ә уҡытыусы уларға тик ышаныс ҡына өҫтәй. Мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә инвалидтар өсөн 23 автомәктәп бар, республикала ул берәү генә. Сергей Веселевта уҡыр өсөн күрше өлкәләрҙән дә киләләр. Инструкторҙың төп девизы- юлда һәр кем бер тигеҙ.