Бөгөн Өфөлә микроавтобус һәләкәткә осраны

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә микроавтобус һәләкәткә осраны

Фольксваген автомобиле менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә ул яңдауына ятҡан. Микроавтобуста Рудольф нуриев исемендәге хореография колледжынан балаларҙың диспансеризацияға китеп барыуы ла билдәле. Юл-транспорт ваҡиғаһы мәлендә микроавтобуста 13-14 йәштәрҙәге 12 бала һәм 2 оло кеше була. 7 уҡыусы төрлө тән йәрәхәттәре менән ашығыс ярҙам машинаһында дауаханаға оҙатыла. Тикшереү үткәндән һуң 6-һы кире ҡайтарыла, әлегә бер бала табиптар ҡарауы аҫтында ҡала, уның һаулығына ҡурҡыныс янамай ти белгестәр.Бөтәһе лә күҙ асып йомған арала теркәлә, балалар йөрөтөүсе водитель машиналарҙың үтеп бөткәнен көтөп тора һәм боролошто тамамларға теләй, әммә уның артына ФольксВаген поло килеп берәлә, микроавтобус бәрелеүҙән ҡабырғаһына ауа. Еңел машина менән идара итеүсе Дамир Хисамов иһә үҙен ғәйепле тип танырға теләмәй, ул светофорҙың йәшел утына хәрәкәт итеүен белдерә.Беҙҙең редакция ҡарамағына авария ваҡыты төшөрөлгән видеояҙма килеп эләкте. Унда күренеүенсә, ФольксВаген поло менән идара итеүсе светофорҙың ҡыҙыл утына, юғары тиҙлектә үтә, һөҙөмтәлә балалар тейәгән микроавтобусҡа бәрелә.Социаль селтәрҙәрҙә лә был осраҡ буйынса ҡыҙыу бәхәстәр бара, аварияла ҡатнашҡан уҡыусы балалар унда үҙҙәренең кисергәндәре менән бүлешә. Ҡыҙғанысҡа яуапһыҙ ололар ҡылығынан йыш ҡына балалар ғһаулығы хатта ғүмере менән яуап бирергә тура килә.