Өфөлә ер тетрәгән

Тулыраҡ: Өфөлә ер тетрәгән

Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер йорттарҙа хатта стеналар һелкенгән. Башҡаланың Дим, Калинин, Киров, Октябрь, Совет райондарында йәшәүселәр ҙә ер тетрәүен һиҙгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, беҙгә Афғанстанда һәм Пакистанда булған ер тетрәү тулҡыны килеп еткән. Ике илдә лә тәбиғәт ҡазаһынан һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр бар. Элемтә линиялары өҙөлөү тураһында, биналар емерелеүе тураһында ла хәбәр ителә. Быға тиклем 2011-се йылда Мәләүез ҡалаһында ла ер тетрәгәйне. Бөгөн оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы ер тетерәүҙән торлаҡ-коммуналь хужалыҡты тикшереп сығырға ҡушты. Ирек Ялалов һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөлә рихтер шкалаһы буйынса ер тетрәү 2-3 баллға еткән.