Башҡортостанда 2016 йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө билдәләнде

Тулыраҡ: Башҡортостанда 2016 йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө билдәләнде

2015 йылдың 26 октябрендә республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйылды. «Башҡортостан Республикаһында байрамдар һәм иҫтәлекле даталар тураһында»ғы Законға ярашлы, 2016 йылда 5 июль — Ураҙа байрамы һәм 12 сентябрь — Ҡорбан байрамы көндәре тип иғлан ителә.