Һәр йортҡа бәшмәк

Тулыраҡ: Һәр йортҡа бәшмәк

Башҡортостанда шампиньон етештереү заводы төҙөлә. 11 мең квадрат метр майҙанда йылына 4290 тонна бәшмәк үҫтерелеп һатыласаҡ. Етештереүҙе яйға һалыу шарттары Республика Хөкүмәтендә үткән Инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Заводтың Дәүләкән районы биләмәһендә урынлашыуы осраҡлы түгел.

Инвестор сығышы менән ошо райондан. Шампиньон үҫтереү заводының проекты раҫланған, әле предприятие төҙөлөшөн башларға документтар әҙерләнә. 2020 йылдың ноябрендә бәшмәк етештерә башлау көтөлә.

Сираттағы инвестиция сәғәтендә шулай уҡ Благовещен ҡалаһында кесе архитектура формалар һәм яҡтыртыу йыһаздарын етештереүҙең тулы циклын тәьмин иткән предприятие асыу, Ауырғазыла “Урожай” малсылыҡ һәм үҫемселек комплексын киңәйтеү тураһында һүҙ барҙы. Проект 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо арауыҡта мал һанын алты мең ярымға, яңы эш урындарын 300-гә еткереү ҡарала.