Коронавирус тураһында. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ер шарында был ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡтороуҙың 83 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. 2 мең 858 кеше һәләк булған. Башҡортостандан Мухиндар ғаиләһе Ҡытайҙа бер аҙна тирәһе карантинда булып, тыуған яғына ваҡытында әйләнеп ҡайтырға өлгөрҙө.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ер шарында был ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡтороуҙың 80 мең осрағы теркәлгән. 2 мең 619 кеше һәләк булған. Башҡортостандан Мухиндар ғаиләһе Ҡытайҙа бер аҙна тирәһе карантинда булып, тыуған яғына ваҡытында әйләнеп ҡайтырға өлгөрҙө. Мухиндар ғаиләһе Ҡытайҙа ҡоторған короновирус һөҙөмтәләрен хәҙер ҡурҡыныс төш һымаҡ хәтерләй. Һуңғы айҙа ҡала урамдарында бер кеше күренмәне, ти улар. Йәш ғаилә лә бер аҙна тирәһе өйҙәренән тышҡа сыҡмай. Улар бигерәк тә, дүрт йәшлек улдары Максим өсөн борсола. Мухиндар карантиндан һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға хәл итә, әммә магазин һәм дарыуханаларҙа битлектәр булмай сыға.
Һөҙөмтәлә йәш ғаиләгә аоэропортта сит кешеләр битлек бирә. Урам буйында һәм самолетта кешеләр бер-береһе менән аралашырға тырышмай ине, тип хәтерләй Рәйсә. Ә иң мөһиме, аэропортта санитар-эпидимиологик ҡағиҙәләр үтәлеп, һәр кем махсус анализдар тапшырған. Мухиндар ғаиләһендә медицина тикшереүҙәре короновирустың юҡлығын иҫбатлай.
Дүрт йәшлек Максим полиглот, ул инглиз, француз, испан, башҡорт, рус телдәрен яҡшы белә. Ҡытай телен дә өйрәнеү маҡсаты менән Мухиндар ғаиләһе ике йыл элек Шанхай ҡалаһына күсеп сығып китә. Бында улар махсус дәрестәргә йөрөй, улдары өсөн уҡытыусы таба.
Ҡытайҙан Рәсәйгә тиҙ арала әйләнеп ҡайтырға уйламаған ғаилә. Әле Максим уҡытыусыһы менән телефон аша бәйләнешкә сығып яңы телде өйрәнеүҙе дауам итә. Өфөлә улар ваҡытлыса туғандарында йәшәй. Ҡытайҙа ҡоторған короновирус гигиенаға ла ныҡлы иғтибар бүлергә өйрәтте, ти ғаилә.
Үлемесле вирусты йоҡтормау һәм тиҙ арала тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыу-беҙҙең өсөн иң мөһиме ине, ти ғаилә. Ҡытайға барырға Мухиндар әлегә ашыҡмай. Ә телде өйрәнеүҙе улар дауам итәсәк.