Бил бирмәҫ батырҙар

Тулыраҡ: Бил бирмәҫ батырҙар

Батырҙар төйәге булған Салауат районында СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, профессор Харис Йосопов иҫтәлегенә көрәшселәрҙең 7-се асыҡ республика һәм Башҡортостан газетаһының кубогына һәм приздарына турнирҙар үтте. Бәйгелә республика райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән 10 команда, йөҙгә яҡын көрәшсе ҡатнашты. Әллә күпме донъя чемпиондары биргән Салауат ерлегендә йәнә батырҙар көс һынашты. 2015 йылда Рәсәй үҫмерҙәре араһанда иң көслөһө тип табылған Ридан Хажиморатов был юлы тәүге тапҡыр ололар араһында көсөн һынарға килгән. Ярыштарҙың үҙенең тыуған ерендә үтеүе уның өсөн икеләтә тулҡынландырғыс. Донъя чемпионы Харис Йосоповтың улы Морис Йосопов өсөн 20 йыл тирәһе үткәрелгән был турнир, тыуған яғының батырҙарын йәнә тәбрикләү, дәрт өҫтәү генә түгел, был ерлектә батырҙарҙаң артыуына инаныу. Турнирҙа еңеүсене ғәҙел билдәләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Видеокүҙәтеү ҙә бар. Ике балаҫта – үҫмерҙәр һәм өлкәндәр көрәште. Милли көрәштең бөтә нескәлектәре лә иҫәпкә алына. Башҡортостан газетының көрәшселәр араһында үҙенең күсмә кубогын булдырыуҙың сәбәбе: йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәү, милли спорт төрҙәрен тергеҙеү һәм әлбиттә газетаны пропагандалау. Еңеүселәр редакцияның махсус приздарын да алды. Турнирға килеүселәр Харис Йосоповтың былтыр ғына асылған музейына ла сәйәхәт ҡылды. Уның ғаилә архивындағы фотоһүрәттәр, кубоктар, профессорҙың ғилми эштәре һаҡланған музей йәш быуын өсөн айырыуса әһәмиәтле. Шулай уҡ беҙгә уның яулаған миҙалдарын ҡулға алыу бәхете лә тейҙе. Бөгөн музейға килтерелгән был таҫмала донъя чемпионы Харис Йосоповтың миҙалдарының яртыһы ғына. Ә шулай ҙа уның өсөн иң әһәмиәтлеһе Салауат Юлаев ордены.Әлбиттә, бында юғарыраҡ миҙалдар ҙа бар. Әммә яҡташының исеме һәм даны батыр өсөн бөтәһенән дә өҫтөн булған. Музейҙа Харис Йосоповтың бала сағы, ата-әсәһе тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Турнирҙа еңеүселәр диплом, миҙалдарға, Башҡортостан гәзите бүләктәренә лайыҡ булды. Призлы урындарҙы алмаған көрәшселәр ҙә отолманы, үҙҙәренең һәләттәрен һынап ҡараны.