Өфөлә йәшәүселәр компьютер ремонтлаусы ҡайһы бер үҙәктәрҙең мутлашыуына зарлана. Уларҙың барыһы ла фирма өҫтәмә хеҙмәттәрен көсләп таға, тип раҫлай. Әбдиевтар ғаиләһе компьютер ремонтлаусыны иғлан аша таба. Белгес техниканы бер-нисә сәғәт ҡарағандан һуң, хужаларҙан тейешле ҡағыҙҙарға ҡултамға ҡуйҙыра һәм аҡса алып сығып та китә. Әммә компьютер белгестең ишекте япҡанын ғына көткәндәй һүнә һәм башҡа тоҡанмай. Компьютерҙа тик ваҡытты ғына күсереү өсөн саҡыртылған белгес көндөҙгө сәғәт дүрттән төнгө 12-гә тиклем эшләй. Инде тамам арыған хужаларҙың башҡарылған эш өсөн 16 мең һум аҡса түләргә кәрәклеген ишеткәс, йоҡолары ҡаса.
Өфөлә компьютер ремонтлаусыларҙан зыян күреүселәр араһында батыр Хисмәтуллин да бар. Мутлашыусылар бер үк алымды ҡуллана. Улар күрһәтелгән хеҙмәттең нисә һумға төшәсәген алдан әйтмәй. Ғөмүмән, оҫтахана тураһында мәғлүмәт бөтөнләй юҡ тиерлек. Ҡаланың уртаһында урынлашҡан бинала хатта алтаҡталар ҙа эленмәгән. Ойошма Түбәнге Новгород ҡалаһында теркәлгән. Оҫтахана етәкселәре осрашып һөйләшеүҙән баш тарта.
Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы хеҙмәт белгестәре әйтеүенсә, ҡануниәтте белмәгән кешеләр ошондай күңелһеҙ хәлгә тарый. Компьтерҙы һәм башҡа техниканы бушлай тикшерәбеҙ, тигән иғландарҙы хәҙер һәр бағанала тиерлек осратырға мөмкин. Белгестәр даими бындай иғландарға ышанмаҫҡа саҡыра. Зыян күреүселәр аҡсаларын кире ҡайтарып алырға ниәтләй, бының өсөн уларға суд тупһаларын тапарға тура киләсәк.