Шанлы йылдар ауазы

Тулыраҡ: Шанлы йылдар ауазы

Өфө мәктәптәренең береһендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асылған. Урындағы халыҡ экспозицияны тулыландырып тора. Был һандал төҫтәге итектәргә 78 йыл. БВҺ йылдарында Максимовка аэродромында уларҙы самолет тәгәрмәсенең резинаһынан ҡойғандар.Итектәрҙең хужаһы Анастасия Кирилловна әле лә уларҙан айырылаһы килмәй. Хәҙер инде Максимовка мәктәбе музейында ҡыҙыҡлы экспонаттар араһында урын алған итектәр тураһында һөйләргә 95-се йәшен ваҡлаған ханым һаман да ҡыйынһына.

Ни тиһәң дә ул ваҡытта итек түгел бер ус бойҙай өсөн дә яуапҡа тарттырғандар. Юнкерс самолеттарының шассиһынан ҡойолған сағыу итектәргә ғаиләлә ихтыяж ҙур була. Кем өлгөрә шул кейә.Башлыса мин кейә инем, тей беҙҙең героиня. Сөнки таңғы алтынан тороп көн дә йәйәү моторҙар әшләү заводына эшкә йөрөй. 1941 йылда Бөйөк Ватан Һуғышы башланғас Рыбинск ҡалаһынан Өфөгә авиация двигателдәрен төҙөүсе 26-сы завод эвакуациялана.Хәҙер беҙ уны Өфө моторҙар эшләү берекмәһе тип беләбеҙ. Ә Максимовкала двигателдәрҙе һынау өсөн аэродром булдырыла. Һуғыштан һуң бында юғары наградалы кешеләр эшләй. Максимовка ҡасабаһындағы 53-сө мәктәптә 2007-се йылдан музей эшләп килә.

Аэродром хаҡында бында экспозиция төп урындарҙың береһен алған.Бөйөк ватан һуғышына алынған ауылдаштары, улар хаҡында тулы мәғлүмәт тупланған сағыу китап сығара алыуҙары менән мәктәп хеҙмәткәрҙәре хаҡлы ғорурлана. Был эште атҡарып сығыуҙа ошо ауылда ата-бабалары йәшәгән Анатолий Горшунов ҙур тырышлыҡ һалған. Яу яланында ҡулланылған телефондар музейға килеүсе уҡыусыларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Уны һуғыш яланынан алып сыҡҡан олатаһы хаҡында Гөлнара Әүхәҙиева бәйән итте.

Һуғыштан иҫән һау әйләнеп ҡайтып уҡытыусы, мәктәп директоры булып хеҙмәт юлын дауам итәкән ауылдаштарына айырым иғтибар бүленгән. Ә эстәлекле лә, һағышлы ла һалдат хаттарын балаларға гел дә уҡып ишеттерегә тырышам тей, музей мөдире. 2020 йыл Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде.Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан яу юлы үткән һалдаттарҙы данлау, исемдәрен ҡайтарыу, мәңгеләштереү йәһәтенән һәр кем үҙ өлөшөн индерергә ашыға.