Борис Лынник хәтирәләре...

Тулыраҡ: Борис Лынник хәтирәләре...

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың күбеһе иҫән булмаһа ла, уларҙың ҡаһарманлығы бөгөн дә йәшәп килә. Ветерандарҙың яҡындары улар тураһындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлап килә. Благовар районы Языков ауылында йәшәүсе Борис Лынник үҙенең хәтирәләренә һәм архив материалдарына таянып атаһы тураһында китап та яҙған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда үҙенә ни бары биш йәш кенә булһа ла, Борис Лынник атаһын фронтҡа оҙатҡан көндө бөгөнгөләй хәтерләй. Әле биналар ултырған урында ҡола ялан һәм ул тулыһынса халыҡ менән тулғайны. Һуғышҡа йыйынған ирҙәр, уларҙы оҙатыусы ҡатындар, ҡыҙҙар, һығылып илаған балалар — йөрәктәрҙе әрнетерлек ошо күренеш һаман да күҙ алдымда, ти Борис Михаилович.
Хәтирәләренә һәм архив материалдарына таянып, Борис Лынник ауылдаштары менән бергә Языковтан һалдаттарҙың арбаларға тейәлеп, фронтҡа китеү мәлен дә реконструкциялаған. Атаһының фоторәсемен һәм уның тураһындағы хәтирәләрҙе Борис Лынник ҡәҙерләп һаҡлай. Бигерәк тә, ҡыйын саҡтарҙа фотоһын ҡулына йыш ала. Әле иҫән булһа, минең менән нимә тураһында һөйләшер ине икән тип, йыш уйлана ветеран. Михаил Лынниктың биш йыл буйына гимнастеркаһының кеҫәһендә һаҡлап йөрөткән ҡыҙыл армеец кенәгәһенә ҡарап, уның хәрби юлын белергә мөмкин.

1941 йылдың авгусынан сапер булып хеҙмәт итә башлаған егет, Таллинды, Риганы, Көнсығыш Пруссияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1943 йылда Торопец ҡалаһы янында Михаил Лынник минала шартлап, ныҡ ҡына контузия алған. Бер ай дауаханала ятып сыҡҡас, ун көнгә уны өйөнә ҡайтарып ебәргәндәр. Фронтта саҡта ғаилә менән бергә атайҙың хаттарын өҙөлөп көтә инек, тип иҫләй Борис Михаилович. Өсмөйөш хат булһа, бөтә ауыл менән шатланып уҡыныҡ. Әммә иң ҡурҡҡаныбыҙ — мисәт ҡуйылған дүрткел конверттың килеүе ине. Бәхеткә күрә, Лынниктар ғаиләһе бындай ҡайғы кисермәй. Шулай ҙа, бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән Борис Михаиловичҡа күп кенә күҙ йәштәрен түгерә һәм күрергә тура килә.

Ҡайғы-борсолоуҙар артынан, шатлыҡ-ҡыуаныстары килә. Лынниктарҙың ғаилә башлығы Бөйөк Ватан һуғышын иҫән-һау үтеп, Еңеү көнөн Кенинсберг ҡалаһында ҡаршылай. Әммә тыуған яҡтарына ҡайтҡансы, уға көнсығыш фронтҡа барып, япон самурайҙарына ҡаршы барған дәһшәтле алыштарҙың береһендә ҡатнаша. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан ир-егеттәр икенсе көндө үк колхозға эшкә сыҡҡан. Тирмәнсе булараҡ Михаил Лынник нигеҙенә тиклем емерелгән тирмәнде бер йыл эсендә яңынан тергеҙеп, ауыл халҡын икмәк менән тәьмин иткән. Ҡыҙғанысҡа, ғүмере ҡыҫҡа булды, һаулығы ныҡ ҡаҡшағанға күрә, атайым бик иртә, 44 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлашты, тип иҫләй Борис Михаилович. Әйткәндәй, уның тураһындағы хәтирәләр китапта урын алған. Борис Лынник биш йыл эсендә мәғлүмәттәр туплап, үҙенең шәжәрәһен өйрәнә.

Һөҙөмтәлә “Ваҡыт һәм үҙем тураһында” тип аталған китап барлыҡҡа килә. Атаһының ғүмеренә байҡау яһап, Борис Михайлович шундай һығымтаға килгән: һуғыштан һуңғы ауыр, аслыҡ йылдарында йәшәһәләр ҙә, ул заман кешеләре һәр көнгә шатланып, үҙҙҙәрен бәхетле кеше, тип һанаған икән, тимәк, беҙ бөгөн тағы ла бәхетлерәк. Үҙе ошо фекергә таянып ғүмер итә. Йәш быуынға ла аяҙ күкте һәм тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡыра.