Тел байрамы

Тулыраҡ: Тел байрамы

Белгестәр билдәләүенсә һуңғы 150 йылда Рәсәй территорияһында 14 тел юҡҡа сыҡҡан, 18 тел хәүеф аҫтында. Республикала төйәк иткән 130-ҙан ашыу милләт халҡы үҙ телен онотмаһын өсөн төбәктә ҙур эштәр башҡарыла. Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үткән туған телдәр байрамы бының асыҡ миҫалы.

Байрамда ҡатнашҡан һәр кем шулай үҙ телендә сәләмләне ҡунаҡтарҙы һәм оло ихласлыҡ менән милли ризыҡтары, ҡул эштәре өлгөләре менән таныштырҙы. Кемдәрҙер үҙ милләтенә генә хас музыка ҡоралдарында уйнап ишеттерҙе. Йәкшәмбе мәктәптәрендә уҡыусы ҡыҙҙар-егеттәр башҡарған ҡул эштәре бер-береһенә оҡшамаған. Һәр береһе – айырым милләттең сағылышы. Ә был сусҡа һәм эт һындарын эшләү өсөн Украин йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары ярты йыл тырышып эшләгән.

Күргәҙмәлә һәм концертта барыһы 14 тарихи-мәҙәни үҙәк вәкилдәре, йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Республикала уҡытыу 6 телдә алып барыла, 14 тел өйрәнә балалар. Ә бына музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеүҙе бер кем дә сикләмәй. Хатта төбәктә иң аҙ һаналған милләттәр рәтендәгеләр ҙә байрамда әүҙем ҡатнашты. Архангель районы Максим Горький ауылында йәшәүсе латыштар улар рәтенән. Балалар телен онотмаһын өсөн ауылға Латвиянан уҡытыусылар килә.

Республикала эшләгән тарихи-мәҙәни үҙәктәр ил кимәлендәге алдынғы тәжрибә майҙаны. Улар һаны арта ғына. Үткән йылдың мартында 17-се булып Илеш районында Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк асылды.Ойошма исемен күргәҙмәлә Әнисә Саттарова яҡланы. Байрам аҙағында балалар квест уйынында ҡатнашты. Барыһы 9 станцияла милли уйындарҙа ҡатнашты, башватҡыстар систе.

Туған телдәр байрамы һәр милләт вәкилендә үҙ милләтенә генә түгел, а башҡа халыҡтарҙың дә теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү йәһәтенән дә уңышлы. Мәҫәлән был кабинетта балалар сыуаш бейеүен өйрәнә. Социологтар фекеренсә, тел юғалмаһын өсөн кәм тигәндә 100 мең кеше был телдә һөйләшергә тейеш. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар телен, мәҙәниәтен, тарихын онотмаһын өсөн барыһы ла эшләнә. Телде һаҡлау – халыҡты милләт итеп туплаусы төп шарт. Тарихыбыҙға, ижадыбыҙға, ғөмүмән тотош рухи байлығыбыҙға юл асыусы алтын асҡыс ул.