60-та ла матур булғы килә

Тулыраҡ: 60-та ла матур булғы килә

Өфө дауаханаларының берһендә өлкән йәштәге ханымдарға матурлыҡ серҙәрен өйрәтәләр. Үҙеңә оҡшау һәм матур булыу дауалауҙың бер алымы, ти табиптар. Һигеҙенсе тиҫтәһен тултырып киләгән Рәсилә Рәжәпова тәбиғи матурлыҡ яҡлы. Шулай ҙа визажистар ҡулына эләккән саҡта йөҙ-ҡиәфәтен тәртипкә килтереүҙән баш тартмай. Донъяны матурлыҡ ҡотҡарғанын онотмағыҙ, ти ағинәй. Гереотерапия бүлеге ойошторған ОҘАҠ ЙӘШӘҮ академияһында пациенттар ҙа, оҫталыҡ дәрестәрен уҙғарыусылар ҙа теләп ҡатнаша. Визаж дәрестәре аҙнаһына ике тапҡыр уҙғарыла.

Биҙәндергәндән һуң өлкән апайҙар көҙгө янынан китә алмай, үҙҙәренең яңы образдарын күреп шатлана. Альмира Ишкинина Ҡырмыҫҡалы районынан килгән. Дауаханала беренсе көн генә булыуға ҡарамаҫтан, ул ауыртыу-һыҙланыуына ҡарап тормай, визажистан кәңәштәр алырға килгән. Әлбиттә, буянып та ҡарарға. Ябай косметика түгел, декоратив косметика менән Гереотерапия бүлегендә дауаланыусыларҙың күбеһе 70 йәштән өлкән. Улар һөнәри визажистар менән тәүгә осраша. Бында дауалап ҡына ҡалмайҙар, матур булырға, декоратив косметиканы дөрөҫ ҡулланырға ла өйрәтәләр.

Визажист ҡыҙҙар аҙнаһына ике тапҡыр килеп гүзәллек серҙәрен өләшә. ... Бындай саралар үҙеңде күпкә ышаныслыраҡ итеп тойорға һәм...... булырға ярҙам итә, ти улар.Ҡатын-ҡыҙ, тәү сиратта, матур булырға һәм үҙенә оҡшарға тейеш, тигән фекерҙә тәжрибәле апайҙар. Ул бәхетһеҙ икән, эргә-тирәләгеләр ҙә бәхетһеҙ була. Дөйөм алғанда, тормошта күп нәмә беҙҙән, ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙан тора, ти улар.Сара сиктәрендә ижад, матурлыҡ, һаулыҡ, спорт, стиль, нейробика буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Өлкәндәр менән псигологтар, фитнес инструкторҙар ҙа эшләй. Киләсәктә гереотерапия бүлеге пациенттары прическа, макияж серҙәрен үҙләштереүҙән тыш, гардеробты нисек һайларға, бит тиреһен дөрөҫ тәрбиәләү алымдарына ла өйрәнәсәк.