Яҙҙың беренсе көнөнән Башҡортостанда сүп-сар контейнерҙарын махсус фототеркәү программаһы эшләй башланы. Ул сүп ташыусы машиналарҙың маршрутын көйләргә ярҙам итәсәк. Контейнер майҙансыҡтарының төбәк мониторингы программаһына ярашлы, республикала сүп-сар контейнерҙары цифралы иҫәпкә алынған. Киләһе ике аҙнала төбәк операторҙары менән юридик шәхестәр араһында сүп-сар сығарыу буйынса килешеү төҙөү тамамланырға тейеш. Контейнерҙарҙы фототеркәү программаһы иһә беренсе марттан тест режимында эшләй.
Сүп-сар контейнерҙарын фототеркәү программаһы эшләй башланы
Тулыраҡ: Сүп-сар контейнерҙарын фототеркәү программаһы эшләй башланы