Синоптиктар быйылғы йәйгә яҡынса фараздар яһап, ул ауыл хужалығы өсөн бик уңай буласаҡ тип белдерҙе. Ҡыш йылы булһа, йәй һыуыҡ киләсәк, тигән фекер инде күптән иҫкерҙе. Һауа торошон 1-3 көнгә генә теүәл күҙаллап була. 5-10 көнгә алдан күҙаллау ҙа теүәллек кәмей. Ә инде бер айға алдан фаразлау тик фараз ғына булып ҡала.
Әммә, синоптиктар фекеренсә, йәйҙең нисек буласағын алдан билдәләүсе шарттар бар. Уларға ярашлы, һауа температураһы һәм яуым-төшөм буйынса йәй нормаға яҡын булыр тип көтөлә. Ҡоролоҡ та, һыу баҫыуҙар ҙа булмаясаҡ. Белгестәр йәй ауыл хужалығы өсөн бик уңайлы киләсәк, тип фаразлай.