Республикала ҡоймаҡ байрамдары гөрләне

Тулыраҡ: Республикала ҡоймаҡ байрамдары гөрләне

Славян халҡының борондан килгән байрамы бөтә милләт вәкилдәрен берләштерҙе. Башҡорт дәүләт университеты студенттары ла был саранан ситтә ҡалманы. Афроамерикандар, индустар, колумбиецтар, гректар, марый, урыҫтар — тағы бик күп халыҡ вәкилдәре студенттары шаян һәм күңелле итеп ҡышты оҙатты. Йырҙар, бейеүзәр, уйын-көлкө һәм иң мөһиме -тәмле ҡоймаҡ. Башҡорт дәүләт унитверситеты үҙ студенттары өсөн ҡышты оҙатыу байрамын ойошторҙо.Диабу Канде Синегал ҡыҙы. Ул Башҡорт дәүләт университетының сит ил граждандары өсөн әҙерлек бүлегендә белем ала.

Бындай күңелле байрамда беренсегә ҡатнашам, миңә бик оҡшай, тип шатлығын йәшермәй ҡыҙ. Масленица, йәғни, ҡышты оҙатыу байрамы Башҡорт дәүләт университетында йыл һайын ойошторола. Сараның әһәмиәте алыштырғыһыҙ. Ул төрлө милләт вәкилдәре араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ кеүек рухи ҡиммәттәргә ҙур әһәмиәт бирә, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Студенттар йырлап-бейеп күңел асты, таҡмаҡтар әйтеште, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып кинәнде. Гөрләп үткән байрам барыһының күңеленә хуш килде.Ҡышты оҙатыу байрамына ентекле әҙерләнгән Башҡорт дәүләт университеты хеҙмәткәрҙәре.

Бөтә ҡунаҡтар ҡайнар самауырҙың хуш еҫле сәйҙәрен, йылы итле бутҡа, тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Шулай ҙа байрамдың төп биҙәге  — өс тиҫтә йыл элек студенттар үҙҙәре эшләгән ҡурсаҡ булды. Төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән байрам таҫмаларҙан ҡояш эшләп, әйлән-бәйлән йырҙары менән ҡышты оҙатыу менән тамамланды.