Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн уңайынан Рәсәй халҡын өҫтәмә ял көнө көтә. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – байрам көнө. Ул йәкшәмбегә тура килә. Шуға ла ял көнө байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә. Йәғни, 8 марттағы ял йәкшәмбенән 9 мартҡа, дүшәмбегә күсерелә. Шулай итеп, 7, 8 һәм 9 март байрам көндәре тип иғлан ителә.