Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

Тулыраҡ: Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

”Рәсәй” медиаүҙәгендә ”Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтте. ”Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы 2017 йылдан башлап уңышлы ойошторолоп килә. Проектта быйыл 500-ҙән ашыу гүзәл зат вәкиле ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар араһынан иң-иңдәре ун номинация буйынса билдәләнәсәк. Төбәк-ара "Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе" конкурсының финалы 4 мартта "Торатау" конгресс-холында үтә. Быйыл конкурс республика башлығы грантына ойошторола. Матбуғат конференцияһында проекттың авторы һәм ойоштороусыһы конкурс тураһында ентекле мәғлүмәт менән бүлеште.