Тауыш биреү 22 апрелгә тәғәйенләнде

Тулыраҡ: Тауыш биреү 22 апрелгә тәғәйенләнде

Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы закон проекты буйынса тауыш биреү 22 апрелгә билдәләнде. Мөһим документты Дәүләт Думаһына 20 ғинуарҙа ил президенты Владимир Путин индерҙе. Дәүләт Думаһы закон проектын 23 ғинуарҙа беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Закон проектында Конституцияның 22 бүлегенә төҙәтмәләр индереү буйынса тәҡдимдәр бар. Федерация Советының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе Андрей Клишас һүҙҙәренсә, ил халҡы хуплаған осраҡта, Төп законға үҙгәрештәр шунда уҡ үҙ көсөнә инә.