Коронавирус инфекцияһын асыҡлау лабораториялары Рәсәйҙең һәр төбәгендә эшләй

Тулыраҡ: Коронавирус инфекцияһын асыҡлау лабораториялары Рәсәйҙең һәр төбәгендә эшләй

Анализдар тәүлек эсендә әҙер була. Башҡортостанда хәүефле сир осрағы теркәлмәгән. Коронавирусты иҫкәртеү штабының өсөнсө ултырышында республикала йоғошло сирҙең таралыуына кәртә ҡуйыу саралары тикшерелде. Аптека келәттәрендә битлектәр һаны 100 меңдән дә кәм булмаҫҡа тейеш.

Халыҡ өсөн киҫкен хәл тыуғанда тәү һаҡланыу сараларының тап ошо һан талап ителә. Әлегә төбәктә иҫкәртеү сараларының барыһы ла теүәл үтәлә. Өфө районында обсерватор әҙер. Транспорт саралары, вокзалдар дезинфекция тәртибендә эшләй. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙы күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәре буйынса коронавирус хәүефе осрағында йоғошло сирҙәрҙең төрлөһөнә анализ алына. Республика хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдең артабан киҫкенләшеүе төбәктә иҡтисади кризисты иҫкәртеү штабын ойоштороуға килтереүе ихтимал, тип белдерҙе.

Донъяла хәүефле сир таралыу сәбәпле Халыҡ-ара кимәлдә планлаштырылған бер нисә сара кисектерелде. Апрель айында көтөлгән Ялта иҡтисади форумы ла башҡа ваҡытҡа күсерелә. Ойоштороу комитеты белдереүенсә, форумда ҡатнашыусы булараҡ теркәлгәндәр өсөн уңайһыҙлыҡтар булмаясаҡ.