Башҡортостан парламентының 25 йыллығына арналған төп тантана 12-се март уҙасаҡ. Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Республиканың Закондар сығарыу буйынса төп органына сирек быуат тулыуға арналған саралар бының менән генә сикләнмәй.
Өфөлә, мәҫәлән, Башҡортостан парламентаризмы һәм уның тарихы менән ҡыҙыҡһынған студенттар араһында олимпиада уҙҙы. Был ярышта төрлө уҡыу йорттары, колледж һәм техникумдарҙа белем алыусылар ҡатнашты. Йәштәр үҙҙәренең ғилми эштәрендә яңы закон проекттары, депутат корпусын камиллаштырыу буйынса проекттар әҙерләгән.