Был көндәрҙә Башҡортостанда Рәсәй Кубогына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Бөтә Рәсәй янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса ярыштары үтә. Унда төрлө өлкәләрҙән иң көслө 12 команда, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре көс һынаша. Марсель Сәлимов 10 йылдан ашыу янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты менән шөғөлләнә. Бындай саралар һәм физик әҙерлек эштә ныҡ ярҙам итә, ти янғын һүндереүсе. Бушҡа ғына халыҡ “Күнекмәләрҙә ауырға тура килһә, яуҙа еңел буласаҡ” тимәгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Кубогына иң көслө 12 команда дәғүә итә. Ярышта барлығы 350 кеше көс һынаша. Лидерҙар тип Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Татарстан һәм Башҡортостан республикалары, Ханты-Мансы автономия округы вәкилдәре һанала. Иң өлкән спортсыға 39, иң кесеһенә 13 йәш. Улар араһында 3 атҡаҙанған спорт мастеры, 4 халыҡ-ара спорт мастеры, 86 спорт мастеры һәм 46 кандидат бар. Ярышта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иң етеҙҙәрҙе асыҡлай. Әйткәндәй, беренсе көндә ике Рәсәй рекорды ҡуйылды.
100 метрға йүгереүҙә республика вәкиле Даяна Нафиҡоваға етеүсе булмаһа, Санкт-Петербург спортсыһы баҫҡыс менән тәҙрә аша ҡаттарға үрмәләүҙә иң яҡшыһы тип танылды. Ярыш программаһы буйынса бөгөн дә командалар 100 метрға йүгерә һәм баҫҡыс менән ҡаттарҙы штурмлай. Кисен иһә шәхси һәм команда беренселеге еңеүселәре билдәләнә.






