Фолькориадаға ирекмәндәр

Тулыраҡ: Фолькориадаға ирекмәндәр

Башҡортостанда быйыл йәй үтәсәк Фолькориадала ирекмән булараҡ ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалр ҡабул ителә. Әлегә 400-гә яҡын кеше фестиваль ҡунаҡтарына ярҙам итегә теләк белдергән. Улар ошо көндәрҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе тапҡыр осрашты.

Исемлектә башлыса студенттар. Шулай уҡ был юҫыҡта тәжрибәгә эйә уҡытыусылар, көмөш ирекмәндәр ҙә бар. VI Бөтә донъя Фольклориада Башҡортостанда 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтә. Республикаға 79 ил вәкилдәре киләсәк. Төбәк 2,5 меңдән ашыу сит ил ҡунаҡтарын көтә. Уларҙы ике аҙна дауамында ирекмәндәр оҙатып йөрөйәсәк. Өфөлә генә 700 тирәһе ирекмәндең ярҙамы талап ителә. Райондарҙа ла уларҙы ҡабул итеү бара. Уҡытыу курстары май айына тәғәйенләнгән.