Апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының IV съезы үткәрелә. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Съезд Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн уҙғарыла. Халыҡтар ассамблеяһы республикала йәшәгән халыҡтарҙың 30-ҙан ашыу рәсми теркәлгән милли-мәҙәни ойошмаһын берләштерә.
Уның төп бурыстарының береһе – власть органдары менән Башҡортостанда милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу, халыҡтар дуҫлығын һәм татыулығын һаҡлауға йүнәлтелгән. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының өсөнсө съезы 2015 йылда уҙҙы. Унда республиканан 350-гә яҡын делегат ҡатнашҡайны.