Стилләштерелгән милли костюмдар

Тулыраҡ: Стилләштерелгән милли костюмдар

“Йәшлек” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы берекмәһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнә. Студенттар үҙ ҡулдары менән стилләштерелгән милли кейем-һалым тегә, ошо уҡ костюмда уҡтан атырға, фехтование уйыны серҙәрен өйрәнә. Яҙғыһын улар үҙҙәре теккән кейемдә Өфө урамдарына сығасаҡ.

Антон Плотников 15 быуатҡа ҡараған был костюмды үҙ ҡулдары менән теккән. Стилләштерелгән милли кейем тегеү эше менән ул 2005-се йылда шөғөлләнә башлай. Һөнәре буйынса биолог булыуына ҡарамаҫтан, ул тарихҡа ҡыҙыҡһыныуын ташламай. “Йәшлек” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы берекмәһендә стилләштерелгән милли костюмдарҙы тегеү дәрестәренә бигерәк тә студенттар әүҙем йөрөй. Бының өсөн һәр бер быуат ваҡиғаһын, ғөрөф-ғәҙәтен белеү мөһим, ти йәштәр. Костюмдарҙың бында иҫәбе-һаны юҡ. Был костюмды оҫталар үҙ фантазияһына таянып эшләгән.

Дөрөҫөн ген әйткәндә, уны кейеүе еңелдән булманы әлбиттә, тәнгә ауырлыҡ өҫтәй тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Костюмды етештереү өсөн оҫта материалды магазиндан ала, мәҫәлән был ябай бирсәткә. Ижади эш өсөн бер ай ваҡыт самаһы талап ителә. Ошо уҡ костюмдрҙа студенттар уҡтан атырға өйрәнә, фехтование спорт ярышында ҡатнаша. Әйткәндәй, ир-егет костюмдарының ауырлығы 12 килограмдан ашып китә. Бындай дәрестәр аҙнаһына 3 тапҡыр үткәрелә, кеше лә күп йөрөй, ти йәштәр клубы тренеры Максим Артянов. Йәштәр клубында гүҙәл заттар ҙа әүҙем ҡатнаша.

Өҫтәүенә, инде 10 йыл дауамында үҙҙәре кейем-һалым тегеп, төрлө спорт ярыштарында көс һынашып, был шөғөлөнә тоғро ҡалыусылар ҙа бихисап. Оҫталарҙың стилләштереп теккән милли костюмдары төрлө күргәҙмәләрҙә үҙ урынын ала. “Йәшлек” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубында ҡатнашыусылар әле Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнә. Улар тап ошо кейемдәрҙә Өфө урамдарына сығасаҡ. Боронғо кейемдәрҙең үҙенсәлеген өйрәнеү һәм уларҙы заманса стилләштереп тегеү-йәштәрҙең төп бурысы. Киләсәктә тағы ла йөҙәрләгән костюмдар етештерергә тигән маҡсат ҡуйған улар.