Ветеранға фатир

Тулыраҡ: Ветеранға фатир

Тормошҡа ашҡан хыял. Миловка ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына Сергей Оловянниковҡа фатир бүләк иттеләр. Ул быға тиклем уңайлы шарттары булмаған шәхси йортта йәшәгән. 97 йәшен ҡыуған ветеранға хәрәкәт итеүе ауырға төшкәс, Өфө районы хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ниһәйәт, бер айҙан һуң Сергей Оловянников фатир туйланы. Уны был шатлыҡлы ваҡиға менән беҙҙең ижади төркөм дә ҡотланы. 97 йәшен ҡыуған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сергей Оловянников ҙур тулҡынланыу менән был йорттоң тупһаһына баҫа.

Хәрәкәт итеүе ауыр булһа ла, ул дәртләнеп яңы фатирына юлланды. Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров Сергей Петровичҡа яу яланында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, яңы торлаҡтың асҡысын тапшырҙы. Шунда уҡ, ветеранға фатир буйлап экскурссия үткәрҙеләр. Һаулығы ҡаҡшап торһа ла, кәйефе күтәренке ветерандың. Йөҙөндә йылмайыу, хатта шаяртып та ала. Быға тиклем Сергей Оловянников үҙ ҡулдары менән һалған шәхси йортта йәшәгән.

Тик унда уңайлы шарттар булмаған. Һуңғы осорҙа һуғышта яраланған аяғы ауыртҡанға күрә, ветеранға тышҡа сығып йөрөүе ауырға төшкән. Сергей Оловянников ошо һорау менән мөрәжәғәт иткәндән һуң, хакимиәттә проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. Бер ай ҙа үтмәй, ветерандың хыялы тормошҡа аша.

Өфө район администрацияһынан — фатир, ә Миловка ауылы хакимиәте шул фатирҙы мебель менән йыһазландырған: диван, карауат, өҫтәл, телевизор, хатта һауыт-һабаға тиклем алып ҡуйғандар. Хисләнеп китеп, ветеран һуғыш хәтирләренә бирелде. 1942 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа киткән егет Карелия һәм Украина фронттарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән.

1945-се йылдың апрелендә Будапештты азат иткәндә ҡаты яраланып госпиталгә эләгә, Еңеү көнөн дә шунда ҡаршылай. Хәрби Дан ордены кавалеры, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” һәм башҡа бихисап миҙалдар эйәһе һуғыштан һуң да тыуған ауылына ҡайта. Сергей Оловянников оҙаҡ йылдар ветеринар фельдшеры эшен башҡара. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн ауыл халҡы уны хөрмәт итә, рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала. Яңы фатир хужаһын ҡотларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйылды. Байрам өҫтәлендә ветеранға оҙон ғүмер теләктәре яңғыраны.

Сергей Петрович үҙе лә түҙемһеҙләнеп Еңеү көнөн көтә. 9 майға ике ай самаһы ваҡыт ҡалһа ла, республикала байрам саралары йыл башынан ойошторола. Сергей Оловянниковҡа күптән түгел республика башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалын тапшырғайны. Әйткәндәй, февраль айында Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының барыһын да уңайлы йәшәү шарттары менән тәьмин итергә ҡушҡайны. Сергей Оловянников Өфө районында йәшәгән алты Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе. Тағы ла ике ветерандың йортона ремонт талап ителә. Район хакимиәте уларға ла Еңеү көнөнә тиклем ярҙам итергә вәғәҙәләне.