8 март алдынан 50 әсә “Әсәслек даны” миҙалы алды

Тулыраҡ: 8 март алдынан 50 әсә “Әсәслек даны” миҙалы алды

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республика башлығы йәнә 50 күп балалы әсәне “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләне. Башҡортостанда был дәүләт наградаһы 1998 йылдан алып тапшырыла. Бөгөн уға 8 меңдән ашыу әсә лайыҡ. Уҡытыусы, социаль хеҙмәткәр, хужабикә, тәү сиратта был гүзәл заттарҙың һәр ҡайһыһы – әсә.

Радий Хәбиров хөрмәтле ханымдарҙы тәбрикләп беҙҙең төбәктә ишле ғаилә – бәхет билдәһе, тип белдерҙе. Баҡалы районы Иҫке Әзмей мәктәбе уҡытыусыһы Людмила Сафина үҙе лә ишле ғаиләлә үҫкән. Тормош иптәше менән дүрт ҡыҙ, бер ул тәрбиәләйҙәр. Күп балалы булыу ҡыйын түгел, был дәрәжә һоҡланғыс, ти әсә. Хәстәрлектәр етерлек, әммә шатлыҡ-һөйөнөстәр ҙә һәр сабый иҫәбенә ҡабатланып тормошҡа йәм генә өҫтәй.