Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе

Тулыраҡ: Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе

Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика бәйгеһенең еңеүселәрен тәбрикләнеләр. 2017 йылдан алып үткәрелә килгән бәйге быйыл төбәк башлығы грантын отто. Ошо залда республиканың иң алдынғы ҡатын-ҡыҙҙары йыйылған. Улар араһында 4-се тапҡыр үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” республика бәйгеһенең финалистары ла бар.

Быйыл унда төбәктән һәм сит өлкәләрҙән 500-ҙән ашыу бәйгесе ҡатнашты. Бәйгегә ғаризалар үткән көҙҙә ҡабул ителә башланы һәм ул ике этапта үтте. Район-ҡалаларҙа ойошторолған беренсе турҙан ҡатын-ҡыҙҙарҙың яртыһы тиерлек республика этабына үткәрелде. Баш ҡалала махсус комиссия һәр бәйгесенең портфолиоһын өйрәнеп, финалистарҙы билдәләне.

Еңеүселәрҙе 10 номинацияла бүләкләнеләр: “Ҡатын-ҡыҙ мәҙәниәттә”, “Ҡатын-ҡыҙ — әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ — лидер”, “Ғалим ҡатын-ҡыҙ”, “Ҡатын-ҡыҙ — педагог”, “Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ”, “Оҫта ҡатын-ҡыҙ”, “Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө”, “Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ” һәм “Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре”. Йәмғиәттең ҡайһы ғына өлкәһен алма, ҡатын-ҡыҙҙың үҙ урыны бар.

Гүзәл заттар өсөн төрлө саралар ойошторған, хәйриә фондтары менән тығыҙ эшләгән Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, республикала егәрле ҡатындар йәшәй. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе бәйгене ойоштороусылар рәтендә йыл да сығыш яһай. Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров белдереүенсә, ни тиклем генә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, хатта идара итеүҙә, сәйәсәттә лә ҡатын-ҡыҙҙар һынатмай.

Тантана Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалдарын тапшырыу менән тамамланды. Бүләкләнеүселәр менән бергә миҙал артынан сәхнәгә 100 йәшлек Сәлимә Тикеева ла сыҡты. Зал уны ҙурлап, аяҡ үрә баҫып алҡышланы. Сәхнәгә күтәрелгән, залда ултырған һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсә алдынғы: яҡшы әсәйме ул, өлгөлө етәксеме, йә иһә уңышлы эшҡыуармы – уларҙың һәр береһе милләтте үҫтереүсе оло бер көс.