Юл бәләһе – көн ҡаҙағында

Тулыраҡ: Юл бәләһе – көн ҡаҙағында

Яҙҙың тәүге көндәренән үк республикала юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәре башланды. Быйыл ҡыш һауа температураһының тотороҡһоҙ булыуы арҡаһында юлдар ныҡ боҙолған. Шуға ла башҡалала соҡорҙарҙы ямау эштәре 15 февралдән башланды. Әлегә 5 меңгә яҡын квадрат метр майҙанға асфальт-бетон иретмәһе һалынған.

Рәсәйҙә алама юлдар темаһы көнүҙәк ҡала килә. Иртә яҙҙан был тема айырыуса актуаль. Водителдәр юлдарҙа машиналарын ватып сервистарға мөрәжәғәт итергә, ремонтҡа аҡса түгергә мәжбүр.Башҡаланың Затон һәм Дим биҫтәләрен тоташтырған трассанан көн дә йөрөгән водителдәр соҡорҙарҙы яттан белә. Быйыл юлдарҙа соҡорҙарҙы ямау м арт айы етеү менән башланды.

Әлеге мәлдә был эш республика буйынса әүҙемләшә. Һауа температураһының башлыса минус билдәһе менән булыуын иҫәпкә алып ямау өсөн асфальт-бетон ҡатнашмаһының махсус төрө ҡулланыла. Был эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә лә тормошҡа ашырыла. Ремонтты башҡарыу өсөн Өфө — 195 миллион һум, башҡа ҡала һәм райондар бишәр миллион һум аҡса аласаҡ.

Ә бына юлдарҙың хәүефле урындары тураһында республикала һәр кемдең хәбәр итеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн кеҫә телефондарынан “Юл эксперты” ҡушымтаһын файҙаланып була. Мобиль ҡушымта аша еткерелгән хәүефле урындар бер сәғәт дауамында интерактив картала билдәләнә. Аҙна башында Республика башлығы Радий Хәбиров та транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетына соҡорҙарға бәйле мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙе яйға һалырға ҡушты.

Төбәк башлығы автомобиль юлдарындағы соҡор-саҡыр тураһында мәғлүмәтте эшкәртеү һәм уларҙы төҙәтеү өсөн махсус юлсылар бригадаһы булдырырға ҡушты. 1 апрелгә тиклем муниципаль берәмектәр юлдарҙың торошо хаҡында тулы мәғлүмәт бирергә тейеш. Соҡорҙарҙы тигеҙләүҙе йәй башына тамамлау бурысы ҡуйылған.