Фәхишәне талаған Африка студенты суд залынан иреккә сыҡты

Тулыраҡ: Фәхишәне талаған Африка студенты суд залынан иреккә сыҡты

Судтан йырлап һәм бейеп. Өфөлә фәхишәне көсләүҙә һәм талауҙа ғәйепләнгән африка студенты 2 йыл да 4 айға хөкөм ителде. Әммә, шунда уҡ иреккә сығарылды. Был суд ултырышын һуңғыһы тип ул уйлап та бирмәй ине. Әммә, ентекләп әҙерләнеп килгән.

Нигерия гражданы Осиа фәхишәне көсләүҙә, уға бәйләнеүҙә һәм талауҙа ғәйебен танымаһа ла, васыятнамәһен яҙҙып ҡалдырған. Бөтә мөлкәтен егет резонанслы эште ҡараған судъяға ҡалдырырға теләгән. Асыҡланыуынса, процесс барышында Африка вәкиле нотариус менән раҫланған документты судъяға биргән. Тик, васыятнамә суд залында уҡып ишеттерелмәне.

Бындай мөрәжәғәттән һуң судъя хатта бер аҙ баҙап ҡалды һәм тәнәфес алып, кәңәшләшеү бүлмәһенә юлланды. Әммә, оҙаҡҡа түгел. Тиҙҙән, хөкөм ҡарары ла йәшерен уҡып ишеттерелгән. Был турала иреккә сығарылған үҙе хәбәр итте. Иреккә сығарылған, әммә, аҡланмаған. Нигерия гражданы Айо Осиа фәхишәне көсләүҙә ғәйепле тип танылды. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.

Әммә, зыян күреүсе үҙен фәхишә тип танымай, ә индивидуалка тип атай. “Еңел холоҡло ҡатынҡайҙың” был һүҙҙәрен айлы кистәрҙең береһендә егет телефонына яҙҙырып өлгөргән. Был ваҡиғанан һуң нимә булғаны билдәһеҙ. Зыян күреүсе әйтеүенсә, сит ил гражданы уның телефондарын урлап ҡасҡан. Нигерия студентын ҡулға алғанда, ул гаджеттарын алыуын инҡар ҙа итмәй.

Йәнәһе фәхишә уға 500 доллар аҡса ҡайтарып бирмәгән һәм телефондарҙы шуға алған. Һөҙөмтәлә “Талау” статьяһы “Башбаштаҡлылыҡҡа” үҙгәртелде һәм сит ил кешеһен 2 йыл 4 айға холоҡ төҙәтеү колонияһына хөкөм иттеләр. Әммә, изоляторҙа үткәргән ваҡытын иҫәпкә алып, суд залында уҡ иреккә сығарҙылар. Хәҙер күпте күргән йәш егет башҡаларға кәңәш бирә. Азат ителгән Осиа суд залынан йырлап-бейеп үк сығып китте.

Зыян күргән ҡатынҡай иһә суд ҡарарын ишетеү менән ҡасыу яғын ҡараны. Ул ҡәнәғәт түгел. Африка студенты иреккә сыҡҡанына ышанып та етмәй шикелле. Егет ҡыуанысының сиге юҡ. Ул хатта тубыҡланып, адвокатына рәхмәттәрен белдерә башланы. Нигерия гражданы артабан да Өфөлә ҡалып, уҡыуын дауам итергә теләй ҙә, әммә, яңы проблемалары барлыҡҡа килде. Изоляторҙа саҡта визаһаның мөҙҙәте бөткән.