Ижад өсөн сиктәр ҙә, кәртәләр ҙә юҡ

Тулыраҡ: Ижад өсөн сиктәр ҙә, кәртәләр ҙә юҡ

Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе Әхәт Нурушев ойошторған ижади төркөм йәй үтәсәк фольклориадаға әҙерләнә. Бынан 15 йыл элек сувенирҙар эшләү менән мауыға башлаған Әхәт Нурышев хәҙер шөғөлөн киң йәйелдерергә ниәтләй. Ике йыл элек ҡул эштәре менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар менән берләшеп ижади төркөм ойошторалар.

Әхәт ағайҙың төркөмөнә Сабирйән Низамов та ҡушыла. Күршеһе оҫтаға ағастан төрлө һындар эшләргә, уларҙы бысып, әҙерләп бирергә ярҙамлаша. Буш ваҡыттарымда ағас эштәре менән шөғөлләнергә, яҡшы кешегә ярҙам итеү үҙе бер кинәнес, ти Сабирйән. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә йәшәүсе Әхәт Нурушев был кәсебе менән көтмәгәндә шөғөлләнә башлай. Әрме сафынан хеҙмәт итеп ҡайтҡас колхозға эшкә килә. 1993 йылда трактор аҫтында ҡалып, умыртҡа һөйәген имгәтә. Хәҙер инде 20 йылдан ашыу инвалид креслоһында. Замандашыбыҙҙың бар тормошо селперәмә килә...

Шулай ҙа Әхәт Нурушев юғалып ҡалмай, үҙ шөғөлөн дә таба. Әле ойошторған ижади төркөмдә биш кеше. Оҫталар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ, әммә уларҙың барыһын да ижадҡа һөйөү берләштерә. Әлбиттә ижадҡа ваҡыт, тормош мәшәҡәттәренән бер аҙ бушап торған саҡта бүленә. Әхәт Миҙхәт улы туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуып барған атаһын тәрбиәләүҙе бар эштәрҙән дә өҫтөнөрәк, тип билдәләй. Ижади төркөм вәкилдәре Ҡырмыҫҡалы районының төрлө нөктәһенән.

Һәүәләй ауылында йәшәүсе Гүзәл Искәндәрова милли кейемдәр тегә, таҫмаларҙан картиналар яһай. Әхәт Нурушевтың төркөмөнә ҡушылып, ул да ижад емештәренең матди файҙаһын күрә башлаған. Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле, тиҙәр бит. Әхәт Миҙхәт улы гуашь ярҙамында төрлө һүрәттәр төшөрөргә лә әүәҫ. Ижади төркөм төрлө халыҡ кәсептәре һәм сувенирҙар күргәҙмәһендә лә ҡатнашалар. Киләсәктә улар үҙҙәренең кәсепханаһын да асырға хыяллана. Әлегә инде беҙ заказдар ҡабул итеп, мөрәжәғәт итеүселәрҙе зауыҡлы ла, үҙенсәлекле лә ҡул эштәре менән ҡыуандырырға әҙер, ти Әхәт Нурышев.