Был көндәрҙә РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры тыуыуына 100 йыл. Ошо айҡанлы баш ҡаланың Йәштәр һарайында хәтер кисәһе үтте. Сараға Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй буйлап таралған Книсстың тәрбиәләнеүселәре, спорт мастерҙары, ветерандар һәм уның менән бер йылдарҙа эшләгән коллегалары һәм яҡындары йыйылды.
Билдәле тренер ғүмерен яратҡан спорт төрөнә – саңғыға һәм Башҡорт дәүләт аграр институты студенттарын был йүнәлештә әҙерләүгә бағышлай. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзалары бар, 50-нән ашыу спорт мастеры әҙерләп сығарған. Александр Книсс ҡулы аҫтында Башҡортостан йыйылма командаһы аграр ВУЗ-дар араһында 18 тапҡыр чемпион исемен яулай.
Сарала ҡатнашыусылар Аграр университетта Александр Книсс иҫтәлегенә булдырылған бәләкәй генә музей менән танышты. Йыйылыусылар уның исемен Өфө урамдарының береһенә бирергә тигән тәҡдим менән сығырға ҡарар итте. Унан ҡунаҡтар саңғыла 1 саҡрымға уҙышып иң етеҙҙерҙе асыҡланы.