Республиканың көньяҡ-көнбайыш өлөшө бөгөн нисек йәшәй?

Тулыраҡ: Республиканың көньяҡ-көнбайыш өлөшө бөгөн нисек йәшәй?

Республика башлығының Бәләбәйгә эшлекле сәфәре һәм ул булған беренсе обьект тураһында айырым әйтергә кәрәк. Ниһәйәт, ҡалала, 5 йыл буйына ябыҡ торған клиника — бала табыу йорто файҙаланыуға тапшырылды. Республика бүлгән 180 миллион һумға төҙөкләндереү тамамланып клиника үҙ ишектәрен асты. Тап был аҙнала дауаханала биш йылдан һуң яңы тыуған беренсе сабыйҙың тәүге тауышы яңғыраны. Тағы ла бер мәғлүмәт. Бәләбәйҙәге был үҙәккә алынған ҡоролмалар хаҡы ғына 205 миллион һум. Башҡортостан башлығы бинаның мөмкинлектәре менән танышыуҙан тыш, эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды, белгестәр һүҙен ишетте. Әйткәндәй, Бәләбәйҙәге дауахана ҡала менән районды ғына түгел, ә Йәрмәкәйҙе лә хеҙмәтләндерә.

Ғөмүмән, Башҡортостандың хәҙер йөҙө үҙгәрә. Республикала парктар яңыртыла, халыҡҡа мәҙәни ял итеү өсөн урындар булдырыла. Бәләбәйҙәлә ошо йәһәттән яңы проекттар бар. “Йырсы шишмәләр” комплексы ла ҡала биҙәге булырға тейеш. Әйткәндәй, паркты тулыһынса яңыртыу, биләмәне тәртипкә килтереүгә 234 миллион һум кәрәк. Сумманың бер өлөшө федераль бюджеттан алына. Рәсәй ҡаҙнаһы Бәләбәйгә 85 миллион һум күсерә. Радий Хәбиров “Йырсы шишмәләр” паркының быйыл һәм ваҡытында асыласағын вәғәҙәләне.

Бәләбәйҙең алдынғы үҫеш биләмәһе булыуын да оноторға ярамай. Ҡалала резиденттар бар. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән йүнселдәр һаны арта. Муниципаль берәмектә әле 2 меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ субьекты иҫәпләнә. Улар 28 меңдән ашыу кешене хеҙмәт урындары менән тәьмин иткән. Башҡортостан башлығы Радий хәбировтың Бәләбәй йүнселдәре менән осрашыуын да ла һүҙ бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү, иҡтисадтың был секторына дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ барҙы.

Октябрьскийҙағы “Яҙ” һәм “Спартак” торлаҡ комплексынан фатир алып, алданыусыларға республика мөмкин тиклем ярҙам күрһәтәсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу барышында килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡабул ителгән “Юл картаһы” проекты ҡаралды.

Башҡортостандың көнбайыш ҡапҡаһы – Октябрьский республиканың сәнәғәт үҙәге генә түгел. Ҡалала мәҙәниәт усаҡтары уңышлы эшләй. Сәнғәт мәктәптәренең береһе – музыкаль колледж. Тик белем усағына бөгөн техник ярҙам кәрәк. Белем усағы ҡарамағына тапшырылған тамаша залын ремонтлау, уны яңыртыу көнүҙәк. Башҡортостан башлығының ҡалаға эш сәфәре барышында был мәсьәлә айырым һәм ентекле тикшерелде.

Октябрьскийҙа иҡтисади һәм социаль өлкәгә ҡағылышлы яңы проекттар Башҡортостан етәкселеге яғынан хуплау табасаҡ. Радий Хәбиров ҡалала “Хакимиәт башлығы” сәғәтен үҫтереү мәлендә был хаҡта айырым әйтте.