Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән почетлы исем тураһында закон проектын ҡабул итте. Был дәрәжә Бөйөк еңеүгә үҙ өлөш индергән муниципаль берәмектәргә бирелә. Маҡтаулы исемгә Башҡортостан ҡалалары ла дәғүә итә.
Бөйөк Ватан һуғышының яу яланында ғына түгел, тылында оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән ватандаштарыбыҙҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тап улар фронтты аҙыҡ-түлек, кейем, ҡорал һәм хәрби йыһаздар меннә тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итә.
Һуғыш башланғас Советтар Созының 172 етештереү предприятиеһы Башҡортостанға күсерелгән. Өфөлә генә етештереү майҙандары өсөн 75 мең квадрат метр ер бүленгән. 1942 йылдың уртаһынан күсерелгән предприятиеларҙың барыһы ла тулы ҡеүәттә эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфө — илебеҙҙең терәк үҙәктәренең береһенә әүерелә. Башҡалала 40-тан ашыу завод, предприятие урынлаша. М-105 моторҙарын етештергән Рыбинск авиация заводы иң күп двигатель әҙерләүселәр исемлегенә инә. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе музейында Ленинград янындағы яуҙарҙа һаҙлыҡта табылған был моторҙың төп нөсхәһе иң ҡәҙерле экспонат булып һаҡлана. Музей хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был авиация моторы тулыһынса ҡораллы булыуы менән уникаль.
Һуғыш йылдарында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе фронтҡа 51 меңдән ашыу авиадвигатель оҙата. Һауалағы һәр дүртенсе хәрби самолеттың двигателе ошо заводта йыйыла.
Башҡортостанда Бөйөк еңеү көнөн яҡынайтыуға ғәйәт күп көс һалған ҡалалар һаны байтаҡ. 1941-1945 йылдарҙа Ишембай халҡы ғына фронтҡа 4,5 млн тонна нефть тапшыра. Һуғышта һәр өсөнсө танк Ишембай нефтенән етештерелгән яғыулыҡта эшләй. Баймаҡ предприятиелары тапҡан алтын да, Стәрлетамаҡтың «Авангард» заводы етештергән снаряд деталдәре лә “Барыһы ла фронт, барыһы ла Еңеү өсөн” тип оҙатылған. Одессанан Стәрлетамаҡҡа эвакуацияланған станоктар эшләү заводы илдең иң ҡеүәтле предприятиеларының береһенә әйләнгән. Унда 30-ҙан ашыу станок төрҙәре сығарылған.
Станок артында тәүлек әйләнәһенә ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр һәм ҡарттар ал-ял белмәй эшләй. Улар бөтә ауырлыҡты үҙ иңенә алған. Яңы закон пректына ярашлы, тырыш халҡы менән дан тотҡан ҡалаларыбыҙ Ватан алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән почетлы исемгә дәғүә итә ала.
Әле иһә, тылда ҡаһарманлыҡ күрһәткән ватандаштарыбыҙ иҫтәлеген баш ҡаланың Еңеү паркында урын алған мөһабәт һәйкәл тасуирлай.
Композицияла тыл хеҙмәткәрҙәренең төп һөнәрҙәре-нефтсе, ҡорос ҡойоусы, тегенсе, бәләкәй ҡыҙ менән ураҡсы ҡатын, станок артында оло йәштәге кеше менән уның ейәне. Һәйкәл ерлегендә иһә Башғортостандан фронтҡа оҙатылған авиация двигателдәре, ҡорос, нефть һәм аҙыҡ-түлек һүрәтләнгән.
Закон проектына ярашлы, Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исемен биреү инициативаһы шул ҡалала йәшәгән граждандарҙың үҙҙәренән, йә иһә урындағы үҙидара органдарынан сығырға тейеш.