Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән

Тулыраҡ: Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән

“Торатау” конгресс-холында Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән 8 март байрамы менән ҡотланы һәм үҙ теләктәрен еткерҙе. Ҡатын-ҡыҙ — ғаилә тотҡаһы ғына түгел, ул ил әсәһе, тип билдәләне республика етәксеһе. Гүзәл заттарыбыҙ төрлө өлкәләрҙә уңышлы хеҙмәт итә. Уҡытыусы, табип, йырсы, бейеүсе, төҙөүсе, дәүләт эшмәкәре, ә иң мөһиме ул әсә.

Радий Хәбиров йыл дауамында уңыш ҡаҙанған, кеше ғүмерен ҡотҡарып батырлыҡ күрһәткән ханымдарға оло рәхмәтен еткерҙе. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған рәсми сарала Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре Шәүрә Ғилманова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде, Башҡортостандың почетлы исемдәренә 5 гүзәл зат лайыҡ булды, шулай уҡ маҡтау грамоталары һәм республика башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.