8 март – иң ҙур һәм сағыу байрам. Башҡалала йәшәгән Фәйзуллиндар халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн ҡәҙимгесә үткәрә алмай – ғаиләлә ете гүзәл зат ете үҙенсәлекле бүләк көтә.
Алты ҡыҙ атаһынан ете бүләк, ете гөлләмәнән тыш бай фантазия талап ителә. Ғаилә башлығы ҡатыны һәм һәр ҡыҙының теләген иҫәпкә алып сәскә һайлай.
Элиана, Аэлита, Йәсмин, Айлин, Анита, Лия. Ҡыҙҙарҙың өлкәненә 14 йәш, кесеһенә 4 ай. Атаһын шатланып көтөп алалар.
Хәстәрлекле атай ҡыҙҙарының ниндәй төҫ, уйынсыҡ яратҡанын, нимә менән мауыҡҡанын хәтерҙә тота. Бәләкәстәр йомшаҡ уйынсыҡтарға шат, биш йәшлек Айлин музыка ҡоралдарына мөкиббән. 11 йәшлек Аэлита китап уҡырға ярата, яратҡан геройы – ҡара бесәйҙе һүрәтләгән рәсемен күрһәтә. Бүләккә ла ул тап ҡара бесәй ала.
Фәйзуллиндар ғаиләһендә татыулыҡ һәм ярҙамсыллыҡ хөкөм һөрә. Бүлмәләрҙә һәр нәмәнең үҙ урыны, ҡыҙҙарҙың һәр береһенең көндәлек бурысы бар. Теләгәндә уларҙы алмашып башҡарырға ла мөмкин.
Илнур менән Регина өсөн ишле ғаилә – бәхет өлгөһө. Ҡыҙҙармы, улдармы, айырма юҡ, барыһы ла һөйөклө, көтөп алынған. Ә балаларҙың күмәклеге өсәүҙән ары бөтөнләй һиҙелмәй, тиҙәр.
Ишле ғаиләләргә дәүләт яғынан күрһәтелгән ярҙамды Фәйзуллиндар рәхмәт менән ҡабул итә. Әсәлек капиталы, өсөнсө бала тыуғас ипотека иғәнәләренә ташлама биреү матди хәлде тотороҡлауға етди өлөш индерҙе, тиҙәр. Регина Радик ҡыҙы Башҡортостанда биш һәм унан дә күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә тапшырылған “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ. Мөхәббәтле ғаиләнең һәр көнө байрам. Балалар тауышы тынмаған йортта шулай булырға тейеш тә.