Ижади һәләт менән физик көстө үҙендә берләштергән ир-уҙаман

Тулыраҡ: Ижади һәләт менән физик көстө үҙендә берләштергән ир-уҙаман

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Альберт Ғәлиев әсәһенә бүләк әҙерләй. Иң яҡшыһы — үҙ ҡулың менән эшләнгәне, ти ул. Яҡын кешеһенең портретына күҙ нурын һәм бөтә оҫталығын һалып төшөрә егет. Ижад эше тамамланыуға барһа ла, барыбер тағы ла нимәлер етмәгән кеүек тойола, ти рәссам.

Рәсәй милли гвардияһында хеҙмәт иткән прапорщик ошо рәүешле ижадта күңеленә йыуаныс таба. Был һәләт уға тыумыштан бирелгән тиһәң дә була. Альберт балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк һүрәттәр төшөрә башлаған. Ә мәктәптә уҡығанда иһә хатта шәхси күргәҙмәһен дә ойошторғандар.

Әлегә Альберт Ғәлиевтың төп эше - хеҙмәт итеү. Ижад менән буш ваҡытында, йәки ял көндәрендә шөғөлләнә. Шулай ҙа, етәкселек хәрбиҙең үҙенсәлекле һәләте барлығын белеп ҡалғандан һуң, хәрби часта ла уның һүрәттәре күренә башлаған.

Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге Өфө айырым отрядының тарих музейындағы ике экспозицияны Альберт үҙ ҡулдары менән йәнләндергән. Хеҙмәттәштәре өсөн махсус ял итеү бүлмәһенең стеналарындағы пейзаж да егеттең эше.Рәссамдың эштәре менән хеҙмәттәштәре генә түгел, уларҙың ғаиләләре лә яҡындан таныш. Сағыу тауис, сабып барған аттар, сикһеҙ диңгеҙ – хәрбиҙәр йәшәгән йорттоң подъездарын да Альберт Ғәлиевтың эштәре биҙәй. Был һүрәткә өс йыл булһа ла, шул килеш һаҡланған.

Тимәк, хәрби рәссамдың эштәрен халыҡ ярата. Бигерәк тә, балалар был сәнғәт әҫәре янынан тыныс ҡына үтә алмай. Мотлаҡ туҡтап, стеналарҙа төшөрөлгән йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы ентекләп ҡарайҙар. Подъездға килеп инеү менән, әйтерһең дә, йәнһүрәт донъяһына барып эләгәһең, ти улар. Бындай матурлыҡҡа өлкәндәр ҙә битараф ҡалмай. Ысынлап та, егет һәр эшенә бөтә күңелен һалып башҡара.

Рәсемдәренә лә, хәрби хеҙмәткә лә. Шулай ҙа ижад кешеһе һиҙемләүе менән көслө. Бәлки шуғылар ҙа ул хеҙмәттәштәре менән яҡшы мөғәлләмәлә. Физик көс менән ижади һәләт йәнәш килә алғанын Альберт Ғәлиев миҫалында асыҡ күрергә мөмкин. Ижадта үҙемә йыуаныс табам, әммә булмышым менән хәрби кешемен, ти егет.