Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Тулыраҡ: Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Нефтеюганск ҡалаһында бәләгә тарыған яҡташыбыҙга һәм уның ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара вокал сәнғәте академияһы асыла. Март башында уның эшмәкәрлегенә лицензия алынған.

“Минең фекеремсә, юғары һөҙөмтә. Донъя кимәлендә йырсылар әҙерләйәсәкбеҙ”, тине Радий Хәбиров. Кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Оператив кәңәшмә, ғәҙәттәгесә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының докладынан башланды.

Йылытыу миҙгеле ғәҙәти тәртиптә бара, уҙған аҙнала тармаҡта авариялар теркәлмәгән. Һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуын иҫәпкә алғанда, ҡар һәм ҡыйыҡтарҙан боҙбармаҡтарҙы таҙартыуға төп көстәр йүнәлтелгән. Ял көндәрендә юлдарҙа һәм тротуарҙарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Шуға күрә, ҡом һәм тоҙ ҡатнашмаһын һибеүҙе әүҙемләштерергә ҡушылды.

Сөнки, көндөҙ ямғыр яуыуы, ә төндәрен һалҡынайтыуы көтөлә. Республикала контейнерҙар урынлаштырыу, улар өсөн майҙансыҡтар булдырыу эше әүҙем бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юридик шәхестәр менән килешеүҙәр төҙөүгә айырым туҡталды.

Уҙған аҙнала республика биләмәһендә 59 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 69 кеше зыян күргән, икәүһенең ғүмере өҙөлгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда аҙыраҡ, тип билдәләнде ултырышта. Томан һәм боҙлауыҡ булыу сәбәпле, ҡатмарлыҡтар бар. Өфө аэропортынан 4 рейс кисектерелгән.

Төбәк юлдарында 695 техника эшләй, федераль кимәлдәге трассаларға 133 берәмек йәлеп ителгән. Хөкүмәт ағзалары экспортҡа ярҙам итеү һәм 2020 йылға маҡсаттар тураһында ла фекер алышты. Уҙған йылда Башҡортостандан ситкә тауар оҙатыу менән шөғөлләнгән 44 компанияға 40 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.

Бындай тәжрибә беренселәрҙән булып республикала индерелгән. Был сумманы ике тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Шулай уҡ, экспортланған продукция хаҡын 2 миллиард ярым һумға еткерергә һәм Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен тикшереү бурысы ҡуйыла. Башҡортостанда таҙалыҡ көнө булдырыла.

Ул кәмендә айына ике тапҡыр уҙғарыласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Быйыл ғына ошондай 16 таҙалыҡ көнө үткәреү ҡарала. Документты әҙерләгәндә Учалы районы һәм Раевка ауылы тәжрибәһе өйрәнелгән.

Төп иғтибар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сараларға бүленә. Башҡортостан башлығы тағы бер документты имзаланы. Уға ярашлы, шифахана-курорттарҙы үҫтереү буйынса эшсе төркөм ойошторола. “Республиканың һауыҡтыу комплексы Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һанала.

Хәлде анализлағандан һуң, төбәктең реакреация ҡеүәте менән идара итеүҙе юғалта барыуыбыҙҙы аңланыҡ”, тине Радий Хәбиров һәм яңы маҡсаттар билдәләне. Ултырышта яҙғы ташҡынға төп иғтибар бүленде. Көндәр йылытыу сәбәпле быйыл боҙҙоң иртәрәк китер тип күҙаллана.

Йылғалар ғәҙәттәгенән 8-13 көнгә алдараҡ әрселәсәк, тип фаразлай гидрометеорология үҙәге белгестәре. Йылғаларҙа һыу запасы нормаға ярашлы, ә һыу баҫа торған ерҙәрҙә дым 50-60 процентҡа күберәк. Шуға күрә, ташҡындың көслө булыуы ихтимал, тип хәбәр итә белгестәр. Әммә, яҙғы ташҡын буйынса әлегә аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Республикала боҙ сама менән март аҙаҡтарында китә башлай, тип фаразлана.

Тығындар барлыҡҡа килгәндә боҙ шартлатыусы ете отряд юғары әҙерлектә тора. Быйыл йылғаларҙа һыу норманан 30-160 сантиметрға юғарыраҡ булыр тип фаразлана.

Мәҫәлән, Өфө янында Ағиҙелдең кимәле — 830, Бөрө янында — 820, Шаҡша тирәһендә — 870, Стәрлетамаҡ эргәһендә — 840 сантиметрға етер тип күҙаллана. Бындай осраҡта аҫта ултырған йорт-биналарға һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янай. Башҡортостан ҡаҙнаһынан ташҡынға ҡаршы сараларға 6 миллион 630 мең һум аҡса йүнәлтелә.

Боҙҙоң ҡалынлығы республика йылға-күлдәрендә 5 сантиметрҙан алып 50 сантиметрға тиклем. Шуға күрә, күпселек боҙ күперҙәр ябылған. Тик Краснокама районында ғына эшләп килә, уныһын да даими тикшереп торалар.

Шуныһы ла, мартта һауа температураһы ғәҙәттәгенән 1-2 градусҡа юғарыраҡ көтөлә. Ә был аҙна аҙағына төндәрен һалҡынайта тип белдерә синоптиктар. 17 муниципалитетта 31 боҙ тығылыу хәүефе булған урын иҫәпләнә. Уларҙы бысыу, ҡарайтыу эштәре башланған. Республикала 46 гидропост булдырылған, улар тәүлегенә 2 тапҡыр йылғаларҙың кимәле тураһында мәғлүмәт бирәсәк.

Ауыл-ҡалаларҙы оло һыу баҫа ҡалһа, халыҡты эвакуациялау өсөн 480-дән ашыу урын билдәләнгән. Унда 100 меңгә яҡын кеше урынлаштырырға була. Башҡортостан хөкүмәте Нефтеюганск ҡалаһында бәләгә тарыған яҡташыбыҙ, 5 бала атаһының хәлен контролдә тота. 45 йәшлек ир бейектән ҡолап төшөп бихисап йәрәхәттәр алған. Радий Хәбиров Баҡалыла йәшәгән ғаиләгә ярҙам итергә, Рәмил Инсафетдиновты Өфөгә алып ҡайтып дауаларға, һуңынан эшкә урынлаштырырға ҡушты.