Башҡортостанда үткән ҡыш һуңғы 80 йыл эсендә иң йылыһы һәм һуңғы 20 эсендә иң ҡарлыһы булды. Ә йылғаларҙа боҙ ике аҙнаға иртәрәк китә башлар, тип көтөлә. Төбәктә гидрологтар көн һайын йылғаларҙағы һыу кимәлен тикшерә. Ҡышты оҙатып, яҙ үҙ көсөнә инде. Йылға-күлдәрҙәге боҙ иреп ҡуҙғала башланы, тимәк гидрометүҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн иң ҡыҙыу мәл етте. Улар тәүлегенә ике тапҡыр, республиканың төп һыу артерияһы – Ағиҙелдең кимәлен күҙәтә.
Йылға кимәлен махсус ҡоролма менән үлсәйҙәр. Уның ярҙамында йылғалағы һыу кимәленең уртаса күрһәткестән күпмегә ашыуыраҡ булғанын белергә мөмкин. Һыу кимәле норманан ашыуыраҡ, ти белгестәр. Бер-нисә көн эсендә күрһәткестәрҙең ҡапыл үҙгәреп китеүе ихтимал, барыһы ла тәбиғәт факторҙары бәйле, ти Гөлназ Йәмилева.
Һәр ваҡыт яҡшыға өмөтләнеп, насарға әҙерләнергә ҡала. Йылғаларҙың ҡапыл ташыуы ихтимал, тип иҫкәртә белгестәр. 2018 йылда ҡарҙың аҙ булыуы арҡаһында ер туңды һәм оло һыу Өфө һәм Иглин райондарындағы ауылдарҙы баҫты. Быйыл хәл бер аҙ икенсе, шулай ҙа, тынысланырға иртәрәк, ти ҡотҡарыусылар. Башҡортостанда 250-нән ашыу ауыл-ҡаланы һыу баҫыуы ихтимал. Уларҙа барлығы 84 мең самаһы кеше йәшәй.
Был биләмәләрҙә уҙған йылда уҡ ташҡынға әҙерлек башланған. Ярҙар нығытылған, юлдар һәм күперҙәр ремонтланған, йылғаларҙың үҙәндәре таҙартылған. Һыу баҫыу ҡурҡынысы булған ерҙә йәшәүселәргә алдан әҙерләнергә тәҡдим ителгән. Кешеләр ҡиммәтле әйберҙәрен һәм документтарын туплап, ихаталарындағы һәм баҙҙарындағы әйберҙәрен нығытып йә күтәреп, эвакуацияға әҙер булырға тейеш. Йылғаның күпмегә күтәрелеүен белгестәр әлегә аныҡ ғына әйтә алмай. Барыһы ла һауа торошонан һәм яҙҙың нисек килеүенән тора, ти улар.