Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 400-гә яҡын ҙур ауылға асфальт юл түшәләсәк. Республика Хөкүмәте “Тыуған урам” комплекслы программаһын раҫланы.
Республика башлығының 310-сы указын бойомға ашырыу сиктәрендә ҡабул ителгән программа буйынса быйыл 113 километр оҙонлоғондағы юлдарҙа асфальт һалыу көтөлә. Исемлеккә халҡы бер меңдән дә кәм булмаған ауылдар иҫәпкә алынған.
Республика бюджетынан был маҡсатҡа 953 миллион һум аҡса бүленһә, “Тыуған урам” программаһын финанслауҙа муниципалитеттар ҙа ҡатнаша. Уларҙың өлөшө дөйөм хаҡтың бер ярым процентын тәшкил итә.