Рәсәй милли гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отрядында ир-егеттәр менән рәттән гүзәл зат та хеҙмәт итә. Ҡул һуғышы ғына түгел ғөмүмән спорт менән Илина Петрова күптән шөғөлләнә. Уның физик әҙерлеге менән махсус тәғәйенләштәге отряд һалдатын да арҡаһына әйләндереп һалыу бер ни түгел.
Спорт яратҡан ҡыҙға 4 йыл элек кенә һалдат кейемен кейеү бәхете тейә. Был осраҡты Ирина үҙе өсөн бәхетле тип һанай, сөнки хәрби һөнәр ҡыҙҙың бала саҡ хыялы. Хәҙер ул Рәсәй милли гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отрядын тулыландыра. Әммә Илинаға, егеттәрҙән айырмалы рәүештә, һөнәргә лайыҡлы икәнлеген йыш иҫбатларға тура килә.
Иҡтисадсы һөнәрен үҙләштереп йөрөгән ҡыҙға ир-егеттәр менән бер рәттән хәрби һөнәрҙә үҙен һынап ҡарарға тормош иптәше Александр тәҡдим яһай. Ҡыҙ бер минут та икеләнмәй риза була һәм әлегә тиклем үкенергә тура килмәне, тей Илина. Ул ваҡытты осрашып ҡына йөрөһәләр ҙә, ҡыҙҙың ихтыярлы һәм ныҡышмал холҡо тап хәрби кешеләргә хас ине, тей Александр.
Ә хәрби әҙерлек тағы ла сыныҡтыра. Хатта ғаиләнең ныҡлығына ла булышлыҡ итә. Офицер ҡатыны булыу ғорурлыҡ, әммә спецназ ҡыҙҙың маҡсаттары тағы ла юғарыраҡ. Киләсәктә нормативтарҙы үтәп көрән берет йөрөтөргә хыяллана. Рәсәй милли гвардияһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Өфө махсус тәғәйенләнештәге отряды ике тиҫтәгә яҡын йыл арауығында үҙен элиталы хәрби подразделение итеп күрһәтте.
Бигерәк тә көрән беретлылар маҡтаулы урын биләй. Хәрби хеҙмәттең бөтә ауырлығын гүзәл заттар ҙа лайыҡлы бүлешә. Әммә һөнәр уларға матурлыҡ һәм наҙ символы булып ҡалырға ҡамасауламай.