Өфөлә инклюзив театр һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт студияһы асылды. Студия мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар менән генә түгел, ә барлыҡ балалар менән эшләргә әҙер. Ата-әсәләр ҙә буш ултырмай, балалары шөғөлләнгән арала улар ораторлыҡ оҫталығын өйрәнәсәк. Балалар бармаҡтар менән әкиәт геройҙарын һынландыра, улар кеүек һөйләшә, уларҙың ҡылыҡтарын күрһәтә.
Балалар бармаҡ театры уйнай. Был алым ваҡ моторика үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, тимәк, телмәрҙе асырға ярҙам итә. Театр сәнғәте менән танышырға үҙенең дуҫтарын, тиҫтерҙәрен ҡояш ҡыҙы Сафия саҡыра. Сафия Даун синдромы менән тыуған, хәҙер уға 7 йәш. Балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу, үҙҙәрен ышаныслы тоторға өйрәтеү – студияны ойоштороуҙың төп маҡсаты, ти 20 йылға яҡын Мәскәү, Өфө ҡалалары реабилитация үҙәктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән шөғөлләнгән актриса Ленария Хажиева.
Һәр балаға шәхси алым. Театр студияһында 4 йәштән 18 йәшкә тиклемге һау-сәләмәт һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнә ала. 1 сәғәтлек дәрестән һуң уларҙы тағы ла мауыҡтырғыс шөғөл көтә: һауыт һаба, төрлө һындарҙы балсыҡтан әүәләп эшләйәсәктәр.
Балсыҡтан әүәләү шөғөлөнә балаларҙы Бабкен Туманян күптән өйрәтә. Мөкинлектәре сикләнгәндәр менән эшләү тәжрибәһе лә бар, шуға күрә ошо ике сәнғәтте берләштереүҙе хуплап ала. Балсыҡтан һауыт-һаба әүәләү айырыуса терәк-хәрәкәт итеү аппараты сирҙәре менән яфаланыусыларға яҡшы шөғөл. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре лә буш ултырмай, улар ҙа мәшғүл буласаҡ.
Балалар төрлө, шуға күрә шөғөлдәр ҙә уға яраҡлаштырылып башҡарыла. Студияның бер өлөшөндә үҙ донъяңа сумып тыныс ҡына балсыҡтан һындар әүәләһәләр, бигерәк хәрәкәтсән балалар уйнап, музыка тыңлап бейеп алалар. Абдраһим үҙенең дуҫы Сафияға бүләк менән килгән һәм үҙе лә әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан ихлас күңелдән теләктәрен еткерә. Киләсәктә студияла театр сәнғәте менән үҫмерҙәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ.
Телмәр үҫеше өҫтөндә эшләү оялсанлыҡтан, уңайһыҙланып тороуҙан арынырға ярҙам итә. Театр сәнғәте фекер ҡеүәһен үҫтерә, үҙеңде иркен тоторға өйрәтә. Ә был һәләт сәләмәт кешеләргә лә, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә лә тормошта бик кәрәк, ти студия педагогтары.