Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде

Тулыраҡ: Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде

Рәсәй Дәүләт Думаһы Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһындағы президент законын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты — йәмғиәт үҫеше һәм граждандарҙың лайыҡлы тормошон тәьмин итеү. Рәсәй парламенты түбәнге палатаһының дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты рәйесе билдәләүенсә, был закон Рәсәйҙә закондар сығарыу эшен көйләргә булышлыҡ итәсәк. Павел Крашенинников “Беҙ тармаҡ закон акттарына яңы норма сығанағынан ҡарай һәм Конституцияны бойомға ашырыуҙы яңыса башҡарыу мөмкинлеген ҡуллана алабыҙ”, — тип белдерҙе. Дәүләт Думаһы ҡабул иткән яңы закон тураһында фекерен беҙҙең менән ошо уҡ комитет ағзаһы Зариф Байғусҡаров уртаҡлашты.

Дәүләт Думаһы шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе депутаты Валентина Терешкова тәҡдим иткән төҙәтмәне хупланы. Яңыртылған Конституция ғәмәлгә инеү менән Рәсәй президенты вазифаһын бер үк кеше тоташ ике сроктан артыҡ башҡара алмай тигән положение буйынса Төп Законға үҙгәрештәр ғәмәлгә инеү көнөнә был вазифаны биләгән шәхестең президент вазифаһында нисә срок булғаны иҫәпкә алынмаясаҡ.