Рәсәйҙә һаҡланыу һәм көрәш саралары көслө булғанға күрә коронавирусҡа бәйле хәл башҡа илдәргә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Донъяла сирлеләр һаны 116 мең 600-гә етһә, Рәсәйҙә ауырыу 20 кешелә генә асыҡланған. Әйткәндәй, хәҙер Рәсәйҙең һәр төбәгендә коронавирусты асыҡлау мөмкиндлеге бар. Үтә лә хәүефле инфекцияларҙы тикшереү лабораторияһы ошо ябыҡ ишек артында урынлашҡан. Унда сит кешеләрҙең инеүе бөтөнләй тыйыла. Коронавирусҡа анализдар бөтә республиканан тап ошонда килтерелә.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре генә хәүефле биологик материалдар менән эшләү хоҡуғына эйә. Әлегә Өфөнөң 4-се клиник инфекцион дауаханаһынан һәм башҡа медицина учреждениеларынан йүнәлтелгән 400-ҙән ашыу өлгө тикшерелгән. Яңы тест-системаларҙы Новосибирскиҙағы “Вектор” институты ғалимдары уйлап сығарған. Улар Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә бушлай таратыла. Роспотребнадзор ҡарамағындағы учреждениелар тап ошо тест-системалар нигеҙендә эшләй. Был ысул теүәл һөҙөмтәләр һәм аныҡ мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, анализдар бер юлы ике ерҙә тикшерелә.
Шулай уҡ, гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә аэропорттарҙа алынған анализдар ҙа ебәрелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус ҡоторған дәүләттәрҙән ҡайтҡан һәр бер турист Мәскәүҙәге аэропорттарҙа махсус ҡоролма — тепловизор ярҙамында ентекле тикшереү үтә. Шунда уҡ алынған анализ материалдары кеше йәшәгән төбәккә һәм Новосибирскийҙғы вирустарҙы тикшереү үҙәгенә йүнәлтелә. Шик булған осраҡта пациент 14 көнгә медицина күҙәтеүе аҫтына алына.
Күрше Татарстан республикаһында профилактика эштәре көсәйтелгән. Аэропортта кешеләрҙе термометрия менән тикшереүҙе дауам итәләр. Әйткәндәй, 14 көнгә Ҡазандың инфекцион дауаханаһына карантинға һалынған Дайменд принцез лайнеры пассажирҙарын өйҙәренә ҡайтарғандар. Уларҙың барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя һәм һау-сәләмәт. Ҙур компанияларға вирустан һаҡланыу саралары тураһында мәғлүмәт ҡағыҙҙары таратылған. Медицина битлектәренә хаҡ даими контролдә, иң осһоҙон алты, иң ҡиммәтен 15 һумға һатып алырға мөмкин. Ә бына күрше Удмурт республикаһында иһә хәл киҫкенерәк, Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты вәкилдәре ауыл-ҡалаларҙағы 50-нән ашыу дарыуханаларҙы урап сыҡҡас, медицина битлектәренә ҡытлыҡ барлығы асыҡлаған. Уларҙың хаҡы ла 25 һумға тиклем күтәрелгән. Ә ҡайһы бер дарыуханаларҙа бөтөнләй сикләү индергәндәр – бер кешегә ике битлек кенә һатыла.
Башҡортостанда иһә тотош илдәге кеүек үк медицина битлектәрен һатыу күләме артһа ла, уларға ҡытлыҡ күҙәтелмәй, үтә лә юғары хаҡ ҡуйыу осраҡтары теркәлмәгән. Эре дауахана селтәрҙәрендә бер битлекте ун һумға һатып алырға мөмин. Шулай уҡ, коронавирусты иҫкәртеү штабының өсөнсө ултырышында республикала аптека келәттәрендә битлектәр һаны 100 меңдән дә кәм булмаҫҡа тейеш тигән талап ҡуйылды. Ғөмүмән, төбәктә иҫкәртеү саралары теүәл үтәлә. Властар кешеләрҙе санитар-эпидимиология талаптарын һәм ябай һаҡланыу саралын үтәргә саҡыра. Ә сит илдән ҡайтҡандарға үҙендә ауырыуҙың ниндәйҙер симптомдарын һиҙә ҡалһа, бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа, ә ашығыс медицина ярҙамын саҡыртырға, йәки йәшәгән урыны буйынса беркетелгән поликлиникаға шылтыратып, участка табибын саҡыртырға кәңәш итә белгестәр.