Өфөнөң 7 район хакимиәте башлыҡтары ла яуапҡа тарттырыла

Тулыраҡ: Өфөнөң 7 район хакимиәте башлыҡтары ла яуапҡа тарттырыла

Уларға шелтә сәпәйәсәктәр. Был турала баш ҡала хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов белдерҙе. Дисциплинар яуапҡа тарттырыу сәбәбе – ихаталар һәм урамдарҙы боҙҙан ваҡытында, тейешенсә таҙартмау. Тайғаҡ боҙға бәйле хәл үтә лә ҡатмарлы. Өфөләге 3 мең 800 ихатаны тәртикә килтереү өсөн райондар ни бары 4 берәмек техника бүлгән. Алдағы йома баш ҡалала махсус төркөм урам-ихаталарҙың нисек таҙартылыуын тикшерәсәк.